Полезное:
Как сделать разговор полезным и приятным
Как сделать объемную звезду своими руками
Как сделать то, что делать не хочется?
Как сделать погремушку
Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами
Как сделать идею коммерческой
Как сделать хорошую растяжку ног?
Как сделать наш разум здоровым?
Как сделать, чтобы люди обманывали меньше
Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили?
Как сделать лучше себе и другим людям
Как сделать свидание интересным?
Категории:
АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника
|
ШАҒИР ЙОНДОҘОСтр 1 из 6Следующая ⇒ Йыһат Солтанов Драма өс шаршауҙа туғыҙ сәхнәлә Надежда Васильевна Ғарипованың яҡты иҫтәлегенә Ҡатнашалар: Рәмил – йоморо «толстой танаулы» урыҫ йөҙлө, үҙһүҙле башҡортйән; «башбирмәҫ» шиғырҙары өсөн совет хакимиәт әһелдәре тарафынан эҙәрлекләнгән шағир. Варя – Рәмилдең һөйөклө ҡатыны, хахол менән сиған ҡиәфәттәрен берләштергән яҡты йөҙлө, алсаҡ күңелле, йомарт ҡуллы украинка; Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында лаборантка-машинистка булып эшләй, башҡортса яҡшы белә, саҡ ҡына акцент менән һөйләшә. Йыһан – ауылдан килгән элекке хәрби диңгеҙсе, ҡаласа йышылып шымармаған, башҡорт халҡының тарихы менән һуғарылған шағир, прозаик, Рәмилдең ышаныслы дуҫы, ҡорҙашы. Сафия – Йыһандың хәләл ефете, һарғылт сәсле яҡты йөҙлө ауылсан эскерһеҙ йән. Ылауир – шиғриәттә Рәмилдең яратҡан шәкерте, сиған барондарынса матур ҡиәфәтле йәшерәк быуын шағир, Варя эшләгән института әҙәбиәтсе. Марат – шул уҡ институттың фольклор секторын етәкләй, башҡорт халыҡ ижадының томдарын баҫмаға әҙерләүсе ирҙәрсә матур тулы йөҙлө, сөм-ҡара сәсле, мыҡты кәүҙәле күркәм йән. Ғәбсәләм – Мараттың хеҙмәттәше, үҙ эшенә мөкиббән киткән, баш ҡалала башҡорт мәктәбе астыртырға янып-көйөп йөрөүсән йән. Әлфиә – Ғәбсәләмдең йомшаҡ күңелле ҡатыны. Ғайнар – юғары етәкселек даирәһендә абруйлы, йәш ҡәләмдәштәренә ифрат игелекле ҡарт быуын шағир, прозаик, Яҙыусылар берлегенең идара ағзаһы, Сталинград һуғыштары ветераны. Ахунйәр – ситайған сей-ерән йөҙлө, сталинса текә сәсле уҫал зат, КПСС өлкә комитеты секретары, башҡорт мәҙәниәтенең аҫтыртын «ҡара дуҫы», Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Клара – партия өлкә комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире, Ахунйәр рухында эшләүсе тулы кәүҙәле йәш ҡатын.. Аланбай – татар телле урта быуын башҡорт шағиры, Ахунйәрҙең фекерҙәше. Карам Сахич – партия эшенә мөкиббән китеп бирелгән шөһрәтле халыҡ шағиры, Яҙыусылар берлеге рәйесе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ҡараһаҡал – әҙиптәргә «куратор» итеп беркетелгән КГБ майоры, һәр саҡ «гражданский» кейемдә. Ҡасим – башҡорт темаһына урыҫса яҙып шымарған йәш әҙип, хәмерйән, күберәген «ярым-айныҡ» хәлдә йөрөй, осратҡан һәр танышынан «баш төҙәтергә» бер тәңкә һорай. Болаҡбай, Тамырбай – йәш әҙиптәр, Рәмилдең шешәләш шәкерттәре. Мыйыҡлы – ҡалала йорттар идаралығы башлығы. Әзһәр – сантехник, Рәмилдең подъездаш-шешәләш күршеһе. Солоҡсо – Урал арты ауылында йәшәүсе ҡарт. Ала-ҡола кейемле, мыҡты кәүҙәле ике ир.
|